JA slide show

О нас пишут

Эшҡыуарҙар - "Булат" компанияһы етәксеһе Руслан ЗАРИПОВ һәм "Самрау" нәшриәте директоры Мансур ҒИЛФАНОВ.

Бизнесҡа ынтылыусылар күп, әммә уны ауыҙлыҡлап алып китә алыусылар ғына һынаулы. Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуамы ундайҙар, әллә булмыштарында ниндәйҙер бер айырым һыҙаттар, ниндәйҙер артыҡ көс йәки аҡыл буламы? Әллә ундайҙарҙы бала саҡтан икенсерәк шарттарҙа тәрбиәләгәндәрме? Бына ошондай ҡыҙыҡһыныу менән саҡырҙыҡ беҙ диалогка эшҡыуарлыҡ өлкәһен гөрләтеп алып барыусы башҡорт ир-егеттәрен. Эшҡыуарҙар - "Булат" компанияһы етәксеһе Руслан ЗАРИПОВ һәм "Самрау" нәшриәте директоры Мансур ҒИЛФАНОВ менән әңгәмә был тәңгәлдә ниндәйҙер үҙаллы аҙымдар яһарға торған йәштәргә лә, шәп милләттәштәре менән ҡыҙыҡһыныусан гәзит уҡыусыларға ла файҙалы булыр ине.

      Егеттәр, гәзит уҡыусыларыбыҙға аңлайышлыраҡ булһын өсөн, әйҙәгеҙ, тыуған яҡтан, ата-әсәнән, хыялдарҙан башлайыҡ.

      Руслан Зарипов: Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә бер ҡыҙ һәм биш малай булдыҡ. Күҙ алдына килтерәһегеҙҙер инде. Өйҙә барыһы ла малайҙарса, тәртип көслө, эшләһәң, емертеп эшләйһең, ашаһаң, ҡайырып ашайһың. Үҙенә күрә бәләкәй бер армия кеүек, тиһәм дә хата булмаҫ. Уҡыуҙа ла, спортта ла әсәй-атайҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ. Атайыбыҙ, заманына ярашлы, тигәндәй, коммунистик ҡарашлы кеше булды, үҙе лә бер минут буш торманы һәм беҙҙе лә шулай өйрәтте. "Ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ, шунда эшләгеҙ, бында эшләгеҙ, кеҫәгеҙҙә аҡса, өҫтәлегеҙҙә ризыҡ булһын", ти торғайны.

Дорогие друзья, партнеры, коллеги! С радостью представляем вашему вниманию специальный репортаж от федерального телеканала ГТРК «Россия - Башкортостан» про руководителя нашей организации - РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" РБ, Президента Федерации смешанного боевого единоборства (ММА) РБ - Руслана Зарипова.{jcomments on}

Какие вопросы ставит празднование векового юбилея

Среди рожденных в Башкортостане немало тех, кто геройски проявил себя на полях сражений.

Среди рожденных в Башкортостане немало тех, кто геройски проявил себя на полях сражений.


Сегодня в Москве, в Совете Федерации, открываются Дни Республики Башкортостан. В их рамках состоится презентация региона на площадке верхней палаты российского парламента, пройдут расширенные заседания комитетов Совета Федерации с участием депутатов Госсобрания — Курултая и членов правительства республики, ряд встреч, а также «Час Республики Башкортостан» в рамках пленарного заседания Совета Федерации.

Началась же череда торжественных мероприятий за пределами республики еще до первого весеннего праздника концертом в Московском международном Доме музыки. Об этом мы уже писали в прошлом номере газеты («Рожденные в Башкортостане», «РБ», №28 от 8 марта). У некоторых московских коллег в связи с этим возник вопрос: почему юбилей республики отмечают за ее пределами?{jcomments on}

«В гостях человек, для которого служить Отчизне — это работа. Кто же они, защитники Отечества нашего времени?»

Герой России, председатель Правления РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" РБ принял участие в программе «Интервью» с Юлией Красновой на телеканале ГТРК-ТРК «Россия-Башкортостан».

 

Человеку важно знать свои корни - отдельному человеку, семье, народу, тогда и воздух, которым мы дышим, будет целебен и вкусен, дороже будет взрастившая нас земля и легче будет почувствовать назначение и смысл человеческой жизни».

В.Песков.


Изучение родословных и семейных реликвий – это возрождение и поддержка исторической памяти народа, воспитание уважения и бережного отношения к сегодняшним ценностям. Родословная, как известно, имеет древнейшие историко-культурные корни, возрождает и поддерживает историческую память народа. Огромно значение шежере (родословной) в воспитании будущего поколения.

Учитывая эти факты, региональная общественная организация «Я Патриот» ежегодно реализует творческие и исследовательские проекты по гражданско-патриотическому воспитанию детей и молодёжи, проводит акции, викторины, встречи, круглые столы.

В этом году с января по май месяцы по инициативе организации «Я Патриот» проведен Второй республиканский интернет-конкурс «Патриотизм в каждой семье. Моя родословная» на лучший проект шежере (родословной) семьи в Республике Башкортостан (первый раз конкурс прошёл в 2015 году).

Руслан ЗАРИПОВ: “Йәмәғәт эшмәкәрлеге ялҡытмай, дәртләндерә генә”
Эшҡыуар Руслан Зарипов йәшәйешен ижтимағи эшмәкәрлектән тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Уныңса, илдең иҡтисади һәм сәйәси яҡтан именлеге, киләсәктә тормош теҙгенен үҙ ҡулына аласаҡ йәш быуынды лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләү өсөн һәр кем яуаплы. Әңгәмәбеҙ ошо шәхси ҡараштарҙың нигеҙе хаҡында.
– Руслан Булат улы, һеҙҙең ҙур ғына ике фирмағыҙ бар, шул уҡ ваҡытта ике йәмәғәт ойошмаһын да етәкләйһегеҙ. Туранан-тура һорайым: нимәгә кәрәк булды һеҙгә ижтимағи эшмәкәрлек? Предприя­тиелар­ҙағы 300-гә яҡын кеше өсөн яуаплылыҡҡа өҫтәп, иңегеҙгә “артыҡ йөк” алырға ниҙәр мәжбүр итте?
– Күптәрҙең илдәге пробле­маларға битараф булыуы этәрәлер бындай аҙымға. “Артыҡ йөк” тиеүегеҙ менән килешмәйем, миңә йәмғиәт файҙаһына эшләү оҡшай, үҙемде шул рәүешле рухи йәһәттән ҡәнәғәтләндерәм.
Бер мәл, бизнес буйынса барыһы ла яйға һалынып, эш сәғәттәрен дөрөҫ файҙаланырға өйрәнгәс, буш ваҡытым күп ҡала башланы. Тимәк, ниндәйҙер изге ғәмәлдәр башҡарырға була, тигән уйға килдем. Матди хәлем дә етерлек бит инде. Күптән борсоған мәсьәлә – халыҡта илһөйәрлек тойғоһоноң кәмеүе, рухи донъя­быҙҙың артҡы планға ҡалып барыуы. Кешеләрҙең үҙ-үҙенә бикләнеүен, йәмғиә­тебеҙҙең тарҡаулығын, телевизорҙан һәм компьютерҙарҙан айырыла ал­маған йәштәрҙең сит илдәр алып барған мәғлүмәт сәйәсәте йоғон­тоһонда Рәсәйҙәге ҡоролошҡа ризаһыҙлыҡ белдереүен бик ауыр кисерәм. Улай дауам итһә, беҙҙе лә бит Украина яҙмышы көтә! Дәүләт, мәктәп барыһы өсөн дә яуап бирә алмай, ватанға һөйөү фәҡәт ғаиләнән, атай-әсәйҙән килергә тейеш. Илһөйәрлек тәрбиәләүҙә һәр кем ҡатнаша ала, һәм бының өсөн барыбыҙ ҙа яуаплылыҡ тойорға бурыслы. Ҙур эштәр башҡармаған хәлдә лә ата-әсә балаларының аңына үҙе белгән изге төшөнсәләрҙе һең­дерә ала бит.
– Башҡортостандың Ҡатнаш ҡул һуғышы (ММА) федерацияһын етәкләйһегеҙ. Тәрбиә йәһәтенән спортҡа өҫтөнлөк бирәһегеҙ, тимәк?
– Беренсенән, үҙем спортсы, Бөрө социаль-педагогия ака­демия­һында физик культура буйынса белем алдым, шуға был өлкә күңелемә бик яҡын, спортсы дуҫтарым да күп. Икенсенән, беҙҙең мил­ләттәштәр, яҡташтар араһында донъя кимәлендә дан яулаған баһадирҙар бай­таҡ: Эльбрус Ниғмәтуллин, Денис Ша­фи­ҡов, ағалы-ҡустылы Сөләй­мә­новтар, Венер Ғәлиев, Руслан Яманбаев, Ирек Зарипов... ММА буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы бул­ған, “Һуңғы император” тип нарыҡ­ланған Федор Емельяненконың тренеры Александр Мичков – Ҡариҙелдән, спаринг-партнеры Радмир Ғабдуллин Октябрьс­кийҙан икәнен күптәребеҙ белмәй әле. Йәштәрҙе бына ошондай заман батырҙары өлгөһөндә тәр­биәләү беҙҙең маҡса­тыбыҙ.
Әйткәндәй, һәр эшем холҡом, үҙ иткән шөғөлдәрем менән бәйле. Мәҫәлән, “Тайпан” шәхси һаҡ предприятиеһын асыуға һәр урында тәртип, дисциплина яратыуым этәрҙе. Бәләкәй саҡтан уйлап табыуға әүәҫ булдым, әле лә логотип, лозунг кеүек нәмәләр ха­ҡында фантазияларым тыуып тора, шуға “Интерсервис” пред­приятиеһы реклама эшләү менән шөғөлләнә, “ФрешФормат” тигән типографиябыҙ ҙа бар. Ҡатнаш ҡул һуғышы федерацияһына спортсы булыуым килтерҙе, тинек бит инде, “Мин – патриот” гражданлыҡ-патриотик тәрбиә ойошмаһының да маҡсатын оҙон-оҙаҡ аңлатып тороу кәрәкмәҫ. Ҡабатлап әйтәм: бер ниндәй ауырлыҡ тоймайым, сөнки һәр эшемде яратам. Һәр береһе миңә ҡиммәт, ҡәҙерле. “Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк”, тиҙәр бит.
– Таянырлыҡ дуҫтарығыҙ күптер, моғайын...
– Шулай инде, “Яңғыҙ яугир яу ҡайтармаҫ”, тиҙәр. Илһөйәрҙәр берләш­кәндә, уртаҡ тырышлыҡ һалғанда ғына ҙур көс була ала. Ниәттәремде хуплаған, ярҙам­лаш­ҡан спортсылар ҙа, эшҡы­уарҙар ҙа байтаҡ. Ҡайһы берәүҙәр: “Депутат булыу өсөн тырышаһыңмы әллә?” – тип тә ебәрә, әммә үҙ юлымды ҡыуам, сөнки алға барыуыбыҙға ышанам. Хәҙер күптәр буш ваҡытын спорт залында, ғаиләһе менән паркта уҙғарырға өйрәнде, эскәмйәлә һыра һемереп, бәләкәй балала­рының уйнағанын күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтеп ултырыусылар һирәк осрай. Тимәк, ыңғай үҙгәрештәр бар!
Коллективтарым – теләктәштәр командаһы. Бер ғаилә һымаҡ. “Мин – патриот” ниндәйҙер сара ойошторһа, ә проекттарҙы үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, “Тайпан”дыҡылар ҙа, “Интерсервис”тыҡылар ихлас ҡушыла, шуның өсөн хеҙмәткәр­ҙәремдең барыһына ла рәх­мәтлемен.
Предприятиеларымдың да, ижтимағи ойошмаларымдың да офистары бер бинала, шуға байрамдар, тыуған көндәр уртаҡ. Спорт менән бергәләп шөғөл­ләнәбеҙ, Рәсәйҙә ГТО-ның терге­ҙелеүен дәррәү хуплайбыҙ. Коллектив эсендә айырым йолала­рыбыҙ бар. Ғөмүмән, бер-бе­ребеҙҙе яҡшы беләбеҙ, аңлайбыҙ. Эшләгән урыныңды яратыу ҙа илһөйәрлектең бер тармағы түгелме һуң?
– Өйгә һуң ҡайтыуығыҙға, ял көндәрендә лә эшләүегеҙгә ҡаты­нығыҙ нисек ҡарай?
– Светлана тәүҙә аңлама­ғандай ине, аҙаҡ, барлыҡ эштәрҙә үҙе лә ҡатнаша башлағас, ҡыҙыҡһынып китте. Ҡайһы саҡта яңы идеялар биреп ташлай әле ул. Ижтимағи эшмәкәрлек – ҙур әхлаҡи йөк: көнөнә 15 – 20 урында осрашырға тура килгеләй. Шулай ҙа ваҡыт тығыҙлығына һылтанып, ғаиләне иғтибарһыҙ ҡалдыр­майым, мәшәҡәттәрем күп бул­ғанда ҡатыным да, ҡыҙҙарым да минең менән бергә йөрөй, кәрәк мәлдә ярҙамлаша. Аҙаҡ, эш бөткәс, күмәкләп унда-бында барабыҙ, күңел асабыҙ.
Ҡыҙҙарым Эльвина менән Зарина, пианино һәм бейеү түңә­рәктәренә йөрөүҙән тыш, минең менән ниндәйҙер сарала ҡат­нашырға ашҡынып ҡына тора. Өйгә ҡайтһам, “Атай, ә бөгөн нимә эшләйбеҙ?” тигән һорау ишетәм. Берәй шөғөл табабыҙ, һис юғында тышҡа сығып, парк буйлап күмәкләп йүгерәбеҙ.
Быйыл йәй “Мин – патриот” ойошмаһы экологик аҙна үткәрҙе, Рәсәй кимәлендәге акцияларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Башта Йүрүҙән буйлап аҡтыҡ, яр буй­ҙарын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Бөрйәнгә сәфәр барышында иһә Шүлгәнташты, Инсебикә ҡаяһын ҡараныҡ. Һәр ерҙә, тирә-яҡты йыйыштырыуҙан тыш, кешеләр менән танышабыҙ, аралашабыҙ, тәбиғәтте һаҡларға өндәгән флагтар таратабыҙ. Бер яҡтан, изге эш башҡарһаҡ, икенсенән, ғаилә­ләребеҙ менән ял итәбеҙ.
Хәләл ефетемә һәр яҡшы ниәтемде хуплап торғаны, аңлап ҡабул иткәне өсөн ныҡ рәх­мәтлемен. Өйөбөҙҙә минең һүҙ алдан йөрөй – был да уның аҡыллы ҡатын булыуына дәлил.
– Үҙегеҙҙе нисек тәрбиәлә­неләр? Спорт менәнме?
– Йүгереү, саңғыла уҙышыу, гер күтәреү менән бәләкәй саҡтан уҡ шөғөлләндем. Ғөмүмән, беҙҙең ғаилә бер ҡасан да спортҡа битараф булманы. Атайымдың Үзбәкстанда йәшәгәндә гер күтәреү буйынса Азия чемпионы титулын яулағанын белмәй ҙә инек әле. Үҙе маһайырға яратмағас. Хәҙер бына ағайым Илдус – данлыҡлы көрәшсе, иң бәләкәй ҡустыбыҙ Илфаттың да таһыллығы бар. Илшат – матбуғат майҙанында көрәшсе (көлә).
Ватансылыҡ ғаиләнән килә. Бик яҡшы тәрбиәләнеләр беҙҙе. Бер туғандарым менән бик татыубыҙ, тығыҙ бәйләнеш­тәбеҙ. Әрләшмәй, бер-береңә терәк булып йәшәргә өйрәнгәнбеҙ. Үҫкән саҡта алтау инек, хәҙер, үкенескә ҡаршы, бишәүбеҙ, шулай ҙа һәр ҡайһыбыҙ икешәр бала үҫтерә. Тыуған яҡҡа ҡайтып торабыҙ, атай-әсәйебеҙҙе, мәрхүм туғандарҙы иҫкә алабыҙ...
Атайым элек утын ярғанымды ҡарап тора ла: “Вағыраҡ итеп яр”, – тип өйрәтә ине. Эште яратып, еренә еткереп башҡарыуҙы талап итте. “Икенсе берәйһенә артыңдан төҙәтеп барырға тура килмәһен”, – тигәне лә хәтерҙә. Бына шундай тәрбиә арҡаһында үкенгәнем юҡ: эште тейешенсә үтәйем дә тыныс күңел менән йөрөйөм.
Атайым әйтмешләй, бер ҡорал менән эш итеп булмай ул, ян-яҡлап төрлө һөнәрҙе үҙләштереү мөһим. Ул үҙе беҙҙе кранға, экскаваторға идара итергә лә, иретеп йәбештерергә лә, тимерлектә металл сүкергә лә өйрәтте. Һуңғы ваҡытта психология серҙәренә төшөнәм. Бизнес та, ижтимағи эшмәкәрлек тә кешеләр, йәмғиәт менән бәйле булғас, бик кәрәк миңә ул фән. Тағы ла өйҙә ҡағыҙҙан, ҡатыр­ғанан әйберҙәр яһарға әүәҫләнеп киттем. Уныһы инде – ҡыҙыҡ өсөн. “Интерсервис”тың йүнәлештәрен арттырыу маҡсатында пиар-кампаниялар ойоштороу тәжрибәһе менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Хәйриә эше менән шөғөл­ләнә­һе­геҙ, тиҙәр...
– Эйе, балалар йорттары, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, инвалидтар килә. Хәлебеҙгә ҡарап, барыһына ла ярҙам итәбеҙ. Мәҫәлән, быйыл байтаҡ ҡына пенсионер “Үлемһеҙ полк” акцияһы өсөн яугирҙәрҙең портреттарын бушлай баҫып биреүҙе һораны. Саҡырыу ҡағыҙы, открытка яһа­тып алғандар ҙа булды. Төрлө акциялар өсөн ижтимағи ойош­маларға махсус яҙыулы кейемдәр, флагтар эшләнек. Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ лигаһына ла уйындарын үткәрергә ярҙамлаштыҡ. Әлбиттә, нисәлер мең һумлыҡ сығым менән фирма бөлөп китмәй бит, ә бына кеше­ләрҙең ҡәнәғәт, рәхмәтле йөҙөн күреү шул тиклем күңелле!
Хәҙер уңға ҡараһаң да, һулға боролһаң да аҡса һорайҙар, “буштың атаһы үлгән” тигәнде йыш ишетергә тура килә, шун­лыҡтан күптәр төшөнкөлөккә бирелә, күңелдәрҙә яҡшылыҡҡа өмөт кәмей, ризаһыҙлыҡ арта, хатта нәфрәт тыуа. Һәр кем үҙенә генә ышанып йәшәргә күнегеп бара. Беҙ ошо күренештәрҙе бөтөрөү, йәмғиәтте берләштереү, әүҙемләштереү маҡсатындағы эшкә ниндәйҙер өлөш индерә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.
Республика әһәмиәтендәге сараларға әҙерлек барғанда беҙ­ҙең типографияға йыш мөрәжәғәт итәләр, логотиплы футболка, бейсболка әҙерләп бирегеҙ тип. Бағыусы булараҡ түләүһеҙ эш­ләйбеҙ. 9 Май байрамы уңайынан халыҡҡа 40 мең дана Георгий лентаһы таратҡайныҡ быйыл. Яңыраҡ, октябрь урталарында, Өфөлә “Илһөйәрҙәр беҙҙең янда, илһөйәрҙәр – балаларға” тигән сара үткәрҙек. Шунда “Бөйөк Еңеүгә – 70 йыл” тигән 30 дана юбилей тәңкәһен Мәскәүҙән ҙур тырышлыҡ менән юллап алып ҡайтып, тыл ветерандарына бүләк иттек.
Ғөмүмән, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнайбыҙ. Бер ниндәй административ ресурсһыҙ патриотик лагерҙар, ярыштар, концерттар, осрашыуҙар ойоштора алыуыбыҙға ғәжәпләнеп ҡарау­сылар бар. Баш ҡала хакимиә­тенең йәштәр сәйәсәте, спорт, мәғариф буйынса комитеттары, ветерандар советы менән мөнә­сәбәт яйға һалынған, әлбиттә.
Тәүәккәлләһәң, бөтә нәмәне лә булдырырға мөмкиндер ул. Мәҫәлән, ил кимәлендә уҙға­рылған “Геройҙар вахтаһы” беҙҙең республикаға ҡағылмай ине. Мәскәүгә барып, ойоштороусылар­ҙы маршрутты үҙгәртергә күндерҙек. Ни тиһәң дә, “Рәсәй Геройы” исемен алғандар һаны буйынса (24 кеше) Башҡортостан ил төбәктәре араһында беренсе урында бит! Бәхеткә күрә, беҙҙәге сара Өфөләге кадет корпусының ярҙамы менән бик матур ойошторолдо. Эшебеҙгә ыңғай баһа – генерал-полковник Владимир Шамановтан рәхмәт хаты – алып, дәртләндек.
Әйткәндәй, Интернетта шәжәрәләр конкурсы иғлан иттек. Унда, йәшенә ҡарамай, уҡыусы балалар ҙа, үҫмерҙәр, ололар ҙа, төрлө өлкәлә эшләүсе белгестәр ҙә ҡатнаша ала. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙары донъяла киң билдәле бер шәхестең шәжәрәһе һәм тормош юлы хаҡында уникаль китап менән бүләкләнәсәк. Был баҫма бөгөн Башҡортостанда бер кемдә лә юҡтыр, моғайын. Беҙ уны, авторынан рөхсәт һорап, махсус заказ буйынса өҫтәмә тираж менән сығартып алыуға өлгәштек.
Тормошта проблемалар күп. Телевизорҙы, Интернетты асһаң, гәзиттәргә күҙ һалһаң, авария менән һуғыштан, кредит һаҙ­лығына батыуҙан да мөһимерәк темалар юҡ һымаҡ күренә. Әйҙәгеҙ, ошо ҡараңғылыҡты изге ғәмәлдәр менән йырып сығайыҡ, оптимизмды арттырайыҡ, тип өндәшкем килә барлыҡ замандаштарыма.
Даян МӘЖИТОВ әңгәмәләште.
Руслан ЗАРИПОВ: “Йәмәғәт эшмәкәрлеге ялҡытмай, дәртләндерә генә”Эшҡыуар Руслан Зарипов йәшәйешен ижтимағи эшмәкәрлектән тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Уныңса, илдең иҡтисади һәм сәйәси яҡтан именлеге, киләсәктә тормош теҙгенен үҙ ҡулына аласаҡ йәш быуынды лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләү өсөн һәр кем яуаплы. Әңгәмәбеҙ ошо шәхси ҡараштарҙың нигеҙе хаҡында.

– Руслан Булат улы, һеҙҙең ҙур ғына ике фирмағыҙ бар, шул уҡ ваҡытта ике йәмәғәт ойошмаһын да етәкләйһегеҙ. Туранан-тура һорайым: нимәгә кәрәк булды һеҙгә ижтимағи эшмәкәрлек? Предприя­тиелар­ҙағы 300-гә яҡын кеше өсөн яуаплылыҡҡа өҫтәп, иңегеҙгә “артыҡ йөк” алырға ниҙәр мәжбүр итте?
– Күптәрҙең илдәге пробле­маларға битараф булыуы этәрәлер бындай аҙымға. “Артыҡ йөк” тиеүегеҙ менән килешмәйем, миңә йәмғиәт файҙаһына эшләү оҡшай, үҙемде шул рәүешле рухи йәһәттән ҡәнәғәтләндерәм.
Бер мәл, бизнес буйынса барыһы ла яйға һалынып, эш сәғәттәрен дөрөҫ файҙаланырға өйрәнгәс, буш ваҡытым күп ҡала башланы. Тимәк, ниндәйҙер изге ғәмәлдәр башҡарырға була, тигән уйға килдем. Матди хәлем дә етерлек бит инде. Күптән борсоған мәсьәлә – халыҡта илһөйәрлек тойғоһоноң кәмеүе, рухи донъя­быҙҙың артҡы
3 июня 2015 года в фойе Большого зала Администрации городского округа город Уфа состоялось награждение активных участников Уфимского городского волонтерского корпуса 70-летия Победы в Великой Отечественной Войне 1941-1945 годов.
Церемонию награждения открыл заместитель главы Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан Сынтимир Биктимирович Баязитов.
- От всей души хочу поблагодарить вас за ту огромную работу, которую вы проделали», -отметил Сынтимир Баязитов.
Отдельная благодарность была выражена руководителю региональной общественной организации гражданско-патриотического воспитания «Я ПАТРИОТ» Республики Башкортостан Зарипову Руслану Булатовичу. Благодаря спонсорской поддержке были проведены акции, посвящённые 70-летию Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.
За активное участие в организации и проведении мероприятий, посвященных 70-летию Победы в Великой Отечественной войне, были награждены свыше 50 волонтеров, студентов из ВУЗов столицы и воспитанников подростковых клубов. В подарок каждый получил книгу «Уфа в годы Великой Отечественной Войны 1941-1945».
- Надеюсь, что на этом работа волонтерского корпуса не заканчивается,  деятельность волонтеров будет осуществляться на протяжении всего года. Необходимо продолжить работу по благоустройству памятных захоронений на территории города, посещать ветеранов и оказывать им посильную помощь и готовиться к новым массовым мероприятиям, – подвел итог Сынтимир  Баязитов.
3 июня 2015 года в фойе Большого зала Администрации городского округа город Уфа состоялось награждение активных участников Уфимского городского волонтерского корпуса 70-летия Победы в Великой Отечественной Войне 1941-1945 годов.
РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" отмечен Благодарственным письмом Администрации ГО г.Уфа Республики БашкортостанЦеремонию награждения открыл заместитель главы Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан Сынтимир Биктимирович Баязитов.
- От всей души хочу поблагодарить вас за ту огромную работу, которую вы проделали», -отметил Сынтимир Баязитов. 
Отдельная благодарность была выражена руководителю региональной общественной организации гражданско-патриотического воспитания «Я ПАТРИОТ» Республики Башкортостан Зарипову Руслану Булатовичу. Благодаря
Первое заседание общественной организации «Я патриот» в Уфе прошло с участием Героев России, в том числе из Башкортостана.
За круглым столом говорили о необходимости формирования в обществе стойкой гражданской позиции, укрепления межэтнического и межконфессионального согласия, а также содействия формированию чувства патриотизма и уважения к истории Отечества как среди подростков, так и взрослого населения республики. По словам участников круглого стола, решение таких вопросов сегодня особенно актуально.
Общественная региональная организация «Я патриот» является некоммерческой. Она была создана
Парламентарии Башкирии встретились с участниками акции «Вахта Героев Отечества»В Государственном Собрании — Курултае Башкортостана депутаты во главе с Председателем парламента Константином Толкачевым встретились с участниками акции «Вахта Героев Отечества». Об этом сообщает пресс-служба Госсобрания РБ.
Семь Героев России, четверо из которых являются уроженцами Башкортостана, рассказали о работе по патриотическому воспитанию подрастающего поколения. По мнению гостей, именно этому направлению необходимо уделять сегодня особое внимание.
Рустэм Хамитов обсудил вопросы гражданско-патриотического воспитания с Героями России Владимиром Алимовым и Рафиком ИхсановымРустэм Хамитов обсудил вопросы гражданско-патриотического воспитания с Героями России Владимиром Алимовым и Рафиком Ихсановым
19 февраля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с Героями Российской Федерации Владимиром Алимовым и Рафиком Ихсановым. В ходе встречи стороны обсудили вопросы развития гражданско-патриотического воспитания в республике.
20-21 февраля в Уфе пройдут мероприятия в рамках всероссийской военно-патриотической акции «Вахта Героев Отечества», посвященной 70-летию Великой Победы. Ее проводят региональная общественная организация «Я патриот» при содействии Российской ассоциации Героев и поддержке Администрации Главы Республики Башкортостан.
Для участия в акции в Уфу съедутся Герои России — выходцы из Башкортостана. В ней также примут участие представители органов государственной власти, общественных организаций, военно-патриотических клубов, учащиеся школ, вузов и ссузов республики.

ГОСТИ | ДРУЗЬЯ

Почетные гости и друзья.

ПАРТНЕРЫ

 

Группа компаний "БУЛАТ"

РОО "БЛАГОМИР"

  

ПОЛНЫЙ СПИСОК >>>

  

 

"ДОРОГУ ОСИЛИТ ИДУЩИЙ". ФотоЖурнал. 2020 г.

РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" РБ
является бессменным
партнером Федерации
СБЕ (ММА) РБ

КОНТАКТЫ

Республика Башкортостан,
г.Уфа, ул. Мустая Карима, 41
Тел. +7 (347) 266-77-76
E-mail: yapatriotrb@yandex.ru
На карте: >>> Открыть карту

 


"Я ПАТРИОТ" РБ в Вконтакте!"Я ПАТРИОТ" РБ в Ок!ОффКанал "Я ПАТРИОТ" РБ в Ютуб!

РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" РБ - победитель второго конкурса 2020 года Фонда президентских грантов!

Владимир Владимирович Путин, Президент Российской Федерации
 
"Патриотизм –  это и есть национальная идея. И другой объединяющей  идеи, кроме патриотизма, быть не может!"
В.В. Путин

Посмотреть видео выступления

БЛАГОДАРСТВЕННЫЕ

 

Проекты РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" РБ
Читальня патриота
bessmertniy polk emblema
Герои моей Отчизны!
Города-герои СССР
Конкурсы и акции
Электронный вариант книги о РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" РБ
 Официальный канал на Ютубе | Official channel in YouTube
dzen marushina
Яндекс.Метрика

Наши координаты

Российская Федерация, 450094
Республика Башкортостан, 
г.Уфа, Пр.Октября, 85/2
Тел.: +7(347)266-77-76
E-mail:
 
 Земной шар - наш общий дом!
 

Правовая информация.

© Все права защищены. РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" Республики Башкортостан. При перепечатке или цитировании (полном или частичном) ссылка на источник обязательна. Для Интернет изданий прямая активная гиперссылка обязательна. Все сообщения РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" Республики Башкортостан предназначены для пользователей старше 18 лет.